«Башҡортостан Республикаһы Президенты мотлаҡ башҡорт булырға тейеш!»

БЕҘ ҠОЛ ТҮГЕЛ,
сөнки еребеҙ, телебеҙ, рухыбыҙ бар!

Быйылғы йәй үтә ҡыҙыу килде — эҫелек менән бер рәттән, баштарыбыҙ ҡыҙырлыҡ, йөрәктәребеҙгә ҡуҙ һалырлыҡ ижтимағи-сәйәси ваҡиғалар булып тора. Өсөнсө Бөтөн донъя ҡоролтайы милләттәштәребеҙгә халҡыбыҙҙың бөгөнгөһө һәм киләсәге менән бәйле уй-фекерҙәрен, тәҡдимдәрен, бығаса булмағанса, ҡыйыу һәм ҡәтғи рәүештә иғлан итеү мөмкинлеген бирҙе.

Һәм тап шулай булырға тейеш ине лә: беҙ башҡорттар бит! Республикабыҙ башлығы — Президент алышынған мәлдә арабыҙҙа ошо ҡыйыулығыбыҙға үкенес белдереп, баштарына көл һибеп йөрөүселәр ҙә бар. Әммә беҙ бөгөн дә, һис бер икеләнмәйенсә, ҡоролтайҙа яңғыраған бөтөн башҡорт халҡы фекерен ҡабатлап әйтергә тейешбеҙ: Башҡортостан Республикаһы Президенты мотлаҡ башҡорт булырға тейеш!

Әгәр беҙ, башҡорттар, ҡоролтайыбыҙ резолюцияһында теркәлгән ошо ҡарарҙы бойомға ашыра алмайбыҙ икән, хоҡуҡһыҙ милләткә, ҡоллоҡ психологияһы өҫтөнлөк иткән халыҡҡа әүереләсәкбеҙ.

Ҡоллоҡ психологияһы тураһында һүҙ башлағас, Совет Рәсәйе тарихынан уҡый-яҙа белмәүсе кешеләрҙе уҡырға-яҙырға өйрәтеү менән бәйле бер ҡыҙыҡлы һәм фәһемле ваҡиға иҫкә төштө. 1919 йылда ябай халыҡты уҡырға-яҙырға өйрәтеү өсөн «Долой неграмотность. Азбука для взрослых» тигән китап сығарыла. Был китапты хәтергә төшөрөүемдең ғилләһе бына нимәлә: ошо ололар әлифбаһынан «Мы не рабы, рабы — не мы» тигән һөйләмде ижекләп уҡытып, хәреф танырға өйрәтәләр бала саҡта мәктәптә уҡыуҙан мәхрүм ителгәндәрҙе.

Ул замандарҙан бирле бер быуат самаһы ваҡыт уҙһа ла, әлеге революцион лозунг һаман да көнүҙәк булып ҡала. Ни өсөн? Ватандаштарыбыҙ араһында наҙан кешеләр юҡ тиерлек, әммә ҡолдар — күп.

Дөрөҫөн әйткәндә, ысынбарлыҡта совет кешеләренән власть даирәләренә бер һүҙһеҙ буйһонған рухи ҡолдар яһау коммунистик идеология әһелдәренең төп маҡсаты булды. Әйтергә кәрәк, улар ҙур оҫталыҡ күрһәтеп, үҙ маҡсатына бик тиҙ арала өлгәшә алды. Нисек шулай булмаһын, әгәр ул саҡта СССР тип аталған илдә йәшәүсе милләттәрҙең иң аҫыл, иң аҡыллы, иң намыҫлы ул-ҡыҙҙары бығаса күрелмәгән репрессияға дусар ителеп тә, халыҡ өнһөҙ-тынһыҙ ҡалғас? Айырым милләттәрҙән бер генә совет халҡын булдырыуға, халыҡтарҙы милли хазинаһынан — телдәренән яҙҙырыуға ҡаршы һүҙ әйтеүселәр булмағас? Хаҡтыр: ҡолдар — телһеҙ. Беҙ, башҡорттар, Ер йөҙөндәге боронғо мәҙәниәтле халыҡтарҙың береһе. Был хәҡиҡәт — аксиома, һәм ул ғалимдар тарафынан да таныла бөгөн. Ә милләттәштәребеҙ өсөн бына нәмә мөһим: башҡорт тарихында ҡоллоҡ бер ҡасан да булмаған.

Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, донъя кимәлендә танылыу тапҡан шәреҡ тарихсыһы Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең «Башҡорттарҙың тарихы» тигән китабында IX-XII быуаттарҙа уҡ башҡорттар тураһында мәғлүмәтле булған сит ил сәйәхәтселәренең, миссионерҙарҙың ата-бабаларыбыҙҙың бер кемгә лә буйһонмай, үҙ ирке менән йәшәүе, ҡыйыу һәм ғәййәр ҡәүем булыуы хаҡында яҙып ҡалдырыуын иҫкә ала. Ҡандан-ҡанға, быуындан-быуынға күсә килгән азатлыҡ рухы меңәр йылдар буйына халҡыбыҙҙы һаҡлап тороусы төп тарихи шарт була.

Беҙ, XXI быуат башҡорттары, ошо милли рух сафлығын һаҡлай алһаҡ, үҙебеҙҙе үҙаллы, бойондороҡһоҙ, ирекле халыҡ итеп тойһаҡ һәм барса ғәмәлдәребеҙҙе ошоға ярашлы башҡара алһаҡ ҡына рухи ҡоллоҡ бығауҙарынан арынырбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халҡыбыҙ йөҙәр йылдар дауамында геноцидҡа, ә һуңынан этноцидҡа нигеҙләнгән сәйәсәт йоғонтоһо һөҙөмтәһендә һан яғынан ғына түгел, милли сифаттары буйынса ла ауыр юғалтыуҙар кисерҙе.

Бөгөн арабыҙҙа динһеҙҙәр, эскеселәр, наркомандар, ришүәтселәр, енәйәт ҡылыусылар, аҙып-туҙып йөрөүселәр, башҡа шундай иманһыҙ, рухһыҙ заттар бар икән, беҙ был аяныслы хәлдән нисек тә булһа ҡотолоу юлын эҙләргә бурыслыбыҙ. Былар барыһы ла рухи ҡоллоҡ билдәләре бит! Ә үҙенең ҡол икәнен белеп тә, ошо халәтенә риза булып йәшәргә хоҡуғы юҡ башҡортмон тигән башҡорттоң!

Эй, милләттәштәр, башҡортса йәшәйек, маңҡортса түгел!

Беҙ ҡол түгел, телһеҙҙәр ҡол. Меңәр йыллыҡ тарихы булған боронғо башҡорт теле бар, мәшһүр эпостарыбыҙҙы, тарихи риүәйәттәребеҙҙе, фәһемле әйтем-мәҡәлдәребеҙҙе, моңло йырҙарыбыҙҙы, хис тулы шиғриәтебеҙҙе бар иткән гүзәл телебеҙ бар. Балаларыбыҙға, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә бишектә ятҡан сағынан алып үҫеп балиғ булғансы тел байлығын тапшырайыҡ, тик башҡорт мәктәптәрендә генә уҡытайыҡ. Киләсәк быуындарыбыҙҙы туған телһеҙ ҡалдырып, башҡаларҙың ҡоло итмәйек.

Беҙ ҡол түгел, динһеҙҙәр ҡол. Хаҡ Тәғәләнең һөйкөмлө халҡы беҙ, бар һәм бер Илаһыбыҙға тоғро ҡалайыҡ, барыбыҙ ҙа иман юлына баҫайыҡ. Фани донъябыҙҙа Ҡөрьән-Кәрим өйрәткән әхлаҡ ҡанундарынан тайпылмайыҡ, инсандың ерҙә үткән ғүмеренән аҙаҡ йәненең баҡыйлыҡҡа күсеүен, әхирәттә яуап бирәсәгебеҙҙе онотмайыҡ. Нәфсеһен тыя алмаусылар, аҡсаға, харам байлыҡҡа табыныусылар, ошо арҡала енәйәт ҡылыусылар — йәндәрен иблескә һатыусылар — бына кемдәр ҡол.

Беҙ ҡол түгел, ерһеҙҙәр ҡол. Башҡорт — донъяның аҫаба халҡы. Туйындырған да, кейендергән дә — ер, өйлө-йортло иткән, ырыҫ-ҡот килтергән дә — ер. Еребеҙ булһа, мәңге йәшәрбеҙ. Һаҡлайыҡ, һатмайыҡ еребеҙҙе, унан яҙһаҡ, башҡорт тигән асылыбыҙ юҡҡа сығыр, ҡоллоҡҡа юл асылыр.

Беҙ ҡол түгел, илһеҙҙәр ҡол. Урал тигән мәңгелек төйәгебеҙ бар, Башҡортостан атлы илебеҙ бар. Республика тигән статусыбыҙ, дәүләтселеккә хоҡуғыбыҙ өсөн даръялай ҡан ҡойолған, меңәрләгән аҫылдарҙан-аҫыл ир-азаматтарыбыҙ йәндәрен ҡорбан иткән. Бөгөн Башҡорт иле йәшәһен өсөн ҡан ҡойоу ҙа, йән биреү ҙә талап ителмәй, әммә һәммәбеҙҙең рух ныҡлығы, ватансылығы, фиҙакәр эшмәкәрлеге кәрәк, милләтебеҙҙең үҙбилдәләнешкә хоҡуғын яҡлау өсөн Рәсәй һәм Башҡортостан Конституцияларында билдәләнгән бөтә мөмкинлектәрҙе ваҡытында ҡуллана белеү кәрәк. Халҡыбыҙға республика статусын күҙ ҡараһылай һаҡлау зарур, дәүләтселекте юғалтыу милләтебеҙ өсөн емергес шартлауға тиң.

Беҙ ҡол түгел, халҡын етәкләр ҡөҙрәтле ил баштары, батырҙары һәм уҡымышлы заттары булмаған ҡәүемдәр ҡол. Батыр заттарға бай булғаныбыҙға шанлы-яулы һәм дә данлы тарихыбыҙ шаһит. Ҡаныбыҙға Алдар Иҫәкәев, Батырша, Ҡараһаҡал, Салауат Юлаев, Кинйә Арыҫланов, Әхмәтзәки Вәлиди, Муса Мортазиндар рухы һеңһә, аңыбыҙға Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Тажетдин Ялсығолов, Аҡмулла, Зәйнулла Рәсүлев, Ризаитдин Фәхретдинов кеүек аҡыл һәм ғилем эйәләренең өгөт-нәсихәттәре, фәһемле фекерҙәре дөрөҫ йүнәлеш бирә. Илен етәкләр ир-азаматтарыбыҙ булды һәм буласаҡ. Башҡортостан башында бөгөн дә киң белемле, тәүәккәл, намыҫлы һәм ғәҙел инсан, маһир идарасы һәләте булған башҡорт торорға тейеш. Был — халыҡ талабы, һәм ул мотлаҡ үтәлергә тейеш!

Беҙ ҡол түгел, үҙ күләгәһенән ҡурҡыусылар, һатлыҡ йәндәр ҡол. Башҡортостаныбыҙҙың меңәрләгән ҡурҡыу белмәҫ улдары һуңғы яуға сығып, ҡоллоҡтан үлемде артыҡ күргән, үлгәндә лә азат кеше булып, донъялыҡтан әхирәткә уҙған. Бөгөн ил күге аяҙ, тормошобоҙ тыныс, әммә милли хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡлар өсөн дә йөрәкле булыу, үҙ ихтыярыбыҙҙы бер ниҙән дә шөбһәләнмәйенсә, бер кемдән дә ҡурҡмайынса белдерә алыу фарыз. Аллаға шөкөр, бар ундай ҡуш йөрәкле ил улдары һәм ҡыҙҙары Башҡортостаныбыҙҙа — Өсөнсө Бөтөн донъя ҡоролтайы шуға дәлил.

Беҙ ҡол түгел, рухһыҙҙар ҡол. Башҡорт халҡына мәңгелек рухи ҡөҙрәт Илаһтан бирелгән, әгәр ул илаһи көс-ҡеүәтебеҙ булмаһа, бөгөн беҙ булмаҫ инек. Башҡорт рухы аҫабалыҡтан, ватансылыҡтан, имандан, намыҫтан, ғәҙеллектән, кешелеклелектән, азатлыҡ, ирекле һәм иркен йәшәү өсөн көрәштән яралған. Рухыбыҙҙы нығытһаҡ, яман көстәргә бер ҡасан да бирешмәбеҙ. Иманыбыҙ камил: беҙ, башҡорттар, мең йылдар элек үк бар донъяға билдәле азат халыҡ булдыҡ, бөгөн дә барбыҙ, киләсәктә лә буласаҡбыҙ.

Беҙ ҡол түгел, сөнки телһеҙ түгелбеҙ, бар донъяға әйтер һүҙебеҙ бар.
Беҙ ҡол түгел — динебеҙ, иманыбыҙ, халҡыбыҙҙы ҡурсалар Аллаһы Тәғәләбеҙ бар.
Беҙ ҡол түгел — бар тереклекте тыуҙырған изге еребеҙ, сал тарихыбыҙ, бәйғәмбәрҙәргә тиң Урал батырыбыҙ бар.
Беҙ ҡол түгел — башҡаларға ғына түгел, батшаларға ла баш эйҙертмәҫ милли рухыбыҙ бар.
Беҙ мәңге ҡол булмаясаҡбыҙ — азат рухлы, батыр йөрәкле халҡыбыҙ бар, мәңгелек Башҡортостаныбыҙ бар, иншалла!

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ,
Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары
16.07.2010й.

3 комментария «Башҡортостан Республикаһы Президенты мотлаҡ башҡорт булырға тейеш!»

  • Башка

    Колнын колы инде сез. Уз иркегез белэн урыска плен тоштегез, азат торки дэулэт идеясен Вэлидиегез Ленинга баш иеп юкка чыгарды, ЖИРЕГЕЗНЕ бер эчмуха чэй белэн БЕР ЧИРЕК АРАКЫГА САТЫП ЭЧТЕГЕЗ (моны хэтта мэктэп дэреслеклэренэ дэ керткэнсез). Тагын ни кирэк?

  • Аноним

    Тагын ни кирәкме? Башкыртстан дигән исемне бетерергә кирәк!

  • Аноним

    Был юлдарҙы үтә лә наҙан, шул уҡ ваҡытта кешелеклелек сифаттарын юғалтҡан әҙәм яҙған, миңә хатта һеҙҙе йәл. Башҡорт менән татар мөнәсәбәттәрен тап шундайҙар боҙа, башҡаны кәмһетеп, үҙеңде ҙурлап булмай ул.

Отправить комментарий