Башҡорт йәштәре лидерҙарының берләшеүе өсөн намыҫлылыҡ кәрәк
I Башҡорт йәштәре ҡоролтайы күптән үтте, әммә башҡорт йәштәре ойошмалары араһында унда үткән ваҡиғалар тураһындағы бәхәстәр әлегә тиклем тынмай.
Ярһыу бәхәстәрҙең төп темаһы булып ҡоролтай делегаттарының бер өлөшө, ҡайһы бер ойоштороусыларҙың үҙ тотоштарына ҡарата протест белдереп, залды ташлап китеүҙәрендә тора. Залды ташлап китеүсе делегаттар араһында күбеһенсә “Күк бүре” башҡорт йәмғиәте хәрәкәте ағзалары була. Уларға, протест белдереүселәрҙең саҡырыуына әйәреп, залдағы бер нисә кеше ҡушыла.
I Башҡорт йәштәре ҡоролтайының ҡалған делегаттары араһында был күренеш төрлө фекер тыуҙыра. Ҡоролтай президиумына үҙ лидерҙарының да булыуын талап итеүсе, аҙаҡ килеп залды ташлап китеүсе “Күк бүре” активистарының был ҡылынышы залда ултырыусы йәштәрҙең күбеһендә кире фекер тыуҙыра. Үкенескә ҡаршы, протест белдереүселәрҙең мотивтарын күпселек делегаттар аңлап етмәй һәм тауыш күтәреүселәрҙе махсус рәүештә йыйынды боҙа тип аңланы.
Әммә ысында, “Күк бүре” йәштәре был протест менән ББҠ Башҡарма комитеты эргәһендәге Йәштәр советы ағзаларының намыҫһыҙлығына һәм битарафлығына ҡаршы сығыуҙарын белдерәләр.
I Башҡорт йәштәре ҡоролтайына тиклем үк, 27 май көнө, Йәштәр советы ултырышында, был сараны ойоштороуҙа ҡатнашыусы бөтөн йәмғиәт хәрәкәттәренең вәкилдәре эш органдарының составы (президиум, секретариат, редакция һәм һанау комиссиялары) хаҡында килешәләр.
Атап үтелгән органдарға бөтә ойошмалараҙың да тиерлек вәкилдәре индерелә. Был инде Йәштәр ҡоролтайын үткәреүгә һәр береһен ҡатнаштырыу маҡсатында эшләнелә.
Президиум составы бындай башҡорт сараларында төп әхлаҡи-психологик әһәмиәткә эйә. Өҫтәл башында башҡорт йәмғиәтенең иң хәбәрҙар һәм мәртәбәле вәкилдәре йыйылыуы – борондан килгән ғәҙәт. Үҙ лидерҙарын күрергә теләгән залдағы һәр бер делегаттың иғтибары ошо өҫтәлгә төбөлә лә инде.
Тәүге I Башҡорт йәштәре ҡоролтайы президиумы ағзалары исемлеге составында Азат Сәлмәнов, Тимур Мохтаров, Фәнзил Әхмәтшин, Фәүзил Маликов, Тимур Лоҡманов, Тимур Сәфиуллин һәм Рәмил Рәхмәтов кеүек йәш башҡорттар була. Көрәш һәм компромистар емеше булған был состав Йәштәр Советы һәм ББҠ Башҡарма комитеты тарафынан күп тапҡыр тикшерелә һәм раҫлана.
Әммә I Башҡорт йәштәре ҡоролтайы көндө алып барыусы Фәнзил Әхмәтшинға, ниндәйҙер башҡа кешеләр тарафынан, был сараны үткәреү буйынса фекер алышыуҙарҙа бөтөнләй ҡатнашмаған, президиумдың һәм бүтән эш органдарының бөтөнләй икенсе составын раҫларға тәҡдим яһала. Был тәҡдим ителгән составтың беренсеһенән айырмаһы шунда була: бөтөн эш органдары исемлегенән “Күк бүре” башҡорт йәштәре ойошмаһы һәм “Туған тел” клубы делегаттары, шулай уҡ президиум исемлегендәге А.Сәлмәнов һәм Т. Мохтаров кандидатуралары алып ташланыла.
Ф. Әхмәтшинға был тәҡдимдән баш тартырға кәрәк тә, әммә ул ундай аҙым яһамай. Яңы исемлектәрҙе БР Хөкүмәте аппаратының ҡайһы бер чиновниктары билдәләй. Күрәһең, Фәнзил өсөн 27 майында ҡабул ителгән Йәштәр советы ағзаларының ҡарарын онотторорлоҡ был үтә лә төплө дәлил булып тора. Ул бары тик ҡоролтай башланыр алдында ғына А.Сәлмәновты президиум составының үҙгәрештәре хаҡында иҫкәртә, әммә һуңғыһының А.Сәлмәнов һәм Т.Мохтаровты кире составҡа индереү үтенесенә бары тик был һорауҙы тауышҡа ҡуя алыуын ғына белдерә.
Артабан, I Башҡорт йәштәре ҡоролтайы барышында, ваҡиғалар теҙмәһе мандаттарҙы президиумға атып ташлау менән тамамлана. Был ваҡиғалар А. Хәйбуллин (“III Всемирный Курултай башкир: хроника и основные итоги работы”, РБ-XXI быуат сайты) һәм “Күк бүре” тип ҡул ҡуйған билдәле автор (“Молодежный курултай по-бабайски”, kyk-byre.ru) мәҡәләләрендә объектив һүрәтләнә.
Хыянат тураһындағы ғәйепләүҙәргә Ф. Әхмәтшин тарафынан кире ҡағыу мәҡәләләре донъя күрмәһә лә, уның “Молодежный курултай по-бабайски” мәҡәләһенә булған аңлатмалары һәм Фәнзилдең ҡайһы бер әңгәмәләрҙә әйткән һүҙҙәре буйынса уның ҡарашын билдәләргә мөмкин. Ул артабанғы фекергә ҡайтып ҡала: йәнәһе “Күк бүре” БЙХ һәм “Туған тел” клубы етәкселәре А.Сәлмәнов һәм Т.Мохтаров президиум исемлегенә индерелмәүҙәренә үҙҙәре ғәйепле, сөнки, йәнәһе, икеһе лә “Күк бүре” сайты биттәрендә Башҡорт йәштәре ҡоролтайына әҙерлек барышында ББҠ Башҡарма комитеты эргәһендәге Йәштәр советына тәнҡитле фекерҙәр әйтеп үтергә тартынмайҙар. Һүҙ “Бардак в Молодежном совете при Исполкоме ВКБ” һәм “В Молодежном совете при Исполкоме ВКБ найден компромисс” мәҡәләләре тураһында бара.
Ф.Әхмәтшин раҫлауынса, “Бардак в Молодежном совете при Исполкоме ВКБ” мәҡәләһенән һуң, был совет ағзалары авторҙарға яуап итеп Т. Мохтаров һәм А. Сәлмәновты президиум исемлегенән төшөрөп ҡалдыралар. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, был һорау буйынса барған 27 майҙағы ултырышҡа улар саҡырылмай. Шуға ҡарамаҫтан, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры урынбаҫары Салауат Сәғитов һуңлап булһа ла Мохтаров менән Сәлмәновты ултырыштың икенсе өлөшөнә саҡыра.
Унда Ф.Әхмәтшин версияһы буйынса, Мохтаров һәм Сәлмәнов үҙ яғынанан Интернет селтәрендә һүҙ көрәштереүҙе туҡтатыуҙары тураһында йөкләмә алалар һәм Йәштәр советы ағзалары үҙ яғынан, компромис рәүешендә, “Күк бүре” һәм “Туған тел” лидерҙарын I Башҡорт йәштәре ҡоролтайы президиумында ҡатнашырға мөмкинлек бирәләр. Әммә артабан, Ф.Әхмәтшин әйтеүенсә, Мохтаров һәм Сәлмәновтың “Күк бүре” сайтында “В Молодежном совете при Исполкоме ВКБ найден компромисс” мәҡәләһен баҫтырыуҙары менән килешеүҙе боҙалар.
Шуға күрә лә ул I Башҡорт йәштәре ҡоролтайы президиумына был кандидатураларҙы индереүҙе яҡлап сыҡмай, ә бары тик был һорауҙы йәштәр хөҡөмөнә, йәғни тауыш биреүгә генә сығара. Мохтаров кандидатураһы ыңғай тауыштарҙы күберәк алып, президиумға үтә, ә Сәлмәнов кандидатураһы үтмәй. Әхмәтшин уйлауынса, Сәлмәнов үҙ язаһын алды, ә Мохтаровтың үтеүе – делегаттарҙың демократия менән уйнауҙары ғына.
Әммә, Ф. Әхмәтшин фекере хаталы һәм дөрөҫлөккә тап килмәй.
Беренсенән. “Туған тел” клубы етәксеһе Т. Мохтаров тарафынан Интернет селтәрҙәрендә ББҠ Башҡарма комитеты аппараты һәм Йәштәр советы эштәренә ҡарата тәңҡитле йөкмәткеле мәҡәләләр әҙерләнмәне һәм баҫтырылманы. Бында һүҙ “Курултай бабаев”, “Курултай бабаев 2”, “Бардак в Молодежном совете при Исполкоме ВКБ”, “В Молодежном совете при Исполкоме ВКБ найден компромисс” мәҡәләләре хаҡында бара.
Мохтаров бындай аҙымға бара алмауын үҙенең шәхси профессиональ этик мотивтары менән аңлата. Үҙенең Интернет селтәрҙәрендә барған бәхәстәргә бер ниндәйҙә ҡатнашлығын булмауын Мохтаров, Ф.Әхмәтшинға 27 майҙағы ултырышта һәм 18 июндәге телефон буйынса һөйләшеүендә еткерә. Ике осраҡта ла Әхмәтшин аңлашылмаусанлыҡтың бөтөрөлөүен белдерә. Әммә уның артабанғы Т.Мохтаровты ғәйепләүҙәре Әхмәтшин тарафынан ысынлап та аңлашылмаусанлыҡ булдымы икән тигән һорау тыуҙыра. Фәнзилдең Т.Мохтаровтың тәңҡит мәҡәләренә ҡағылышы хаҡында ҡабатлауҙары — ул үҙ-үҙен аҡлап сығырға тырышыу ғына.
Әгәр ҙә ул Мохтаровтың 27 майҙа Йәштәр советы ағзалары алдындағы сығышанан һуң “Туған тел” лидерынан шикләнеүен арынғанын белдерһә, Фәнзил кешеләргә ни өсөн Т.Мохтаров кандидатураһын ҡоролтайҙа яҡлап сыҡмауын аңлата алмаҫ ине. Ул ваҡытта Әхмәтшиндың БР Хөкүмәте сценарийы буйынса сығыш яһауы асыҡланыр ине.
Икенсенән. 27 майҙағы ултырыштағы төп килешеү булып Мохтаров һәм Сәлмәновтың президиум исемлегенә кире ҡайтарылыу мәсьәләһе (улар Интернет селтәрҙәрендә бәхәстәрҙе бөтөрөү буйынса һүҙ биргән осраҡта) тормай.
Ысынында иһә, йәш лидерҙар түбәндәге килешеүгә киләләр: Т.Лоҡманов Т.Мохтаров урынына ҡоролтайҙың алып барыусыһы булыу дәғүәһенән баш тарта һәм был миссияны Ф.Әхмәтшин башҡарасаҡ. Был ҡарар менән Мохтаров һәм Сәлмәнов килешәләр. С.Сәғитов берҙәмлекте һаҡлау өсөн Мохтаров һәм Сәлмәнов булмағанда ҡабул ителгән ҡарарҙы (һанап үтелгәндәрҙең президиум исемлегенән төшөрөп ҡалдырылыуы) Йәштәр советына киренән ҡарап сығырға тәҡдим итә.
Т.Лоҡманов яуап итеп, әгәр ҙә Сәлмәнов президиумда ҡоролтай эшен бүлдермәһә, был тәҡдим менән килешеүен әйтеп үтте. Сәләмәнов һәм Мохтаров президиум составына кире индереү өсөн бөтә Йәштәр советы ағзалары тауыш бирҙе. Ултырыш аҙағында С. Сәғитов Йәштәр советы ағзаларын Интернет селтәрҙәрендә бер-береһенә ҡаршы булған бәхәстәрҙе туҡтатыуын һораны, әммә яуап булманы.
Шулай итеп, Йәштәр советы лидерҙары араһында ошо интернет бәхәстәр буйынса килешеү булдырылмай ҙа инде. Ошо сәбәптән, Ф. Әхмәтшиндың “Күк бүре” һәм “Туған тел”гә ҡарата ғәйепләүҙәре (биргән һүҙҙәрендә тормай тигән) урынһыҙ тип ҡаралырға тейеш.
Өсөнсөнән. Ф.Әхмәтшин, I Башҡорт йәштәре ҡоролтайының асылыу моментынан алып, кемдең тура инициативаһы буйынса “Күк бүре” һәм “Туған тел” лидерҙары фамилиялары һуңғы моментта президиум исемлегенән, ә ошо ойошмалар ағзалары бөтөн башҡа эш органдарынан (секретариат, мандат, редакция һәм һанау комиссияларынан) төшөрөлөп ҡалыуҙары хаҡында бер һүҙ ҙә өндәшмәй. Әммә Әхмәтшин, Ҡоролтай башындағы А. Сәлмәнов менән әңгәмәһендә, был эшкә Аҡ йорттоң юғары дәрәжәле чиновниктарының ҡыҫылышы булыуын йәшермәй.
Шулай ҙа, Фәнзил I Башҡорт йәштәре ҡоролтайын башлап ебәреү менән үҙ-үҙенең тотошо ҡырҡа үҙгәрә. Ул “өҫтән” ҡушылған яңы исемлекте иғлан итергә мәжбүр була һәм был Йәштәр советында ҡабул ителгән исемлек түгеллеген тикшереүгә ҡуймай. Әхмәтшин, булған үҙгәрештәрҙең кәйефен боҙоуын йөҙөнә сығармай, залдағыларҙа был юғары форумды ғәҙел һәм бер кемгә лә буйһонмаусан алып барыу тойғоһон уятырға теләй. Шул саҡ “Күк бүре” делегацияһынан Урал исемле егет президиум исемлегендә А. Сәлмәнов һәм Т. Мохтаров кандидатураларының ни өсөн булмау сәбәбен һорай. Фәнзил һорауға тура яуап бирмәй, һәм “Сәлмәнов һәм Мохтаров икеһе лә Йәштәр ҡоролтайына әҙерлек сараларында ҡатнашыусы лидерҙар булып тора” тип, был кандидатураларҙы тауышҡа ҡуя. Ф.Әхмәтшин делегаттарҙан дөрөҫлөкөтө йәшереүен һәм залдағы йәштәр менән манипуляция яһауын дауам итә.
Дүртенсеһе, иң мөһиме. Әлеге ваҡытта Фәнзил үҙенең хатаһы хаҡында өндәшмәй. Ҡоролтайҙы яуаплы һәм принципиаль алып барыу бурысын онотоп, ул, Ҡоролтайҙан һуң, башын алйотҡа һалып, үҙенең ҡылығын “Күк бүре” һәм “Туған тел” лидерҙары “В Молодежном совете при Исполкоме ВКБ найден компромисс” мәҡәләһен баҫтырыуға япһара. Бындай балаларға хас тотош намыҫ тигән әхлаҡи һыҙатҡа бер нисек тә тап килмәй. Әхмәтшиндың ошо версияға таяныуы башҡорттар араһында ниндәй мәнәсәбәт булырға тейешлеге тураһында уның мораль-этик төшөнсәләренең түбән булыуын күрһәтә.
Әммә ләкин, Ҡоролтайҙа Фәнзил Йәштәр советы менән ҡабул ителгән 27 майындағы ҡарарға, буш сәбәп арҡаһында хыянат итмәй. Ысынында, ул, БР Хөкүмәт кешеләренең күңеле булһын тип, “өҫтән төшөрөлгән” эш группаларының составын уҡып ишеттерергә мәжбүр була. Фәнзил, был эшкә БР Хөкүмәтенең ҡырҡа ҡыҫылыш фактын һиҙҙермәҫкә тырышып, тиҙерәк президиум составын уҡып ишеттерегә ашыҡты. Ғауға башланғас, Фәнзил, иғтибарҙы икенсегә бороу өсөн, А.Сәлмәнов һәм Т.Мохтаровтың кандидатураларын тауыш биреүгә ҡуя.
Күпселек делегаттар, шул иҫәптән “Күк бүре” һәм “Туған тел” яҡлылар, был “демократия уйынына” алдандылар. Был ҡапҡан – сценарийҙың бер варианты була ла инде. “Күк бүре” ағзаһы Уралдың һорауын тиҙ генә бүлдергән: “Етте, ултыр, хәҙер тауыш бирәбеҙ, сараны үткәрергә ҡамасаулама!”- тигән һүҙҙәр БЙИ (БР Башҡорт йәштәре иттифағы) лидерҙарының был күренешкә алдан уҡ әҙер булыуҙары хаҡында һөйләй. Йәштәр ҡоролтайы барышында ошо иң ҡырҡыу момент була ла инде. “Күк бүре” лидерҙарына Аҡ йорт аппаратчиктарының хөсөтлөктәрен фашлаған яуап ҡайтарырға, алдан уйланылған “тауыш ҡуйыу” спектаклендә ҡатнашмай, залды ташлап китергә кәрәк була ла бит. Әммә “Күк бүре” егеттәре, бер ҡатлылыланып, делегаттарҙың фекерҙәренә ышандылар. Делегаттар тауыш биреп бөткәс, Ф.Әхмәтшин был башҡорт йәштәре теләге буйынса (ә алдан уйланылған план буйынса түгел) А.Сәлмәнов президиумға мендерелмәне тигән фекер уятырға теләй.
Бөгөн Ф. Әхмәтшиндың һәм йәштәр советының башҡа ағзаларының (Т. Лоҡманов, А. Йәнекәев) аңлатмаларында (ҡырын эш башҡарыуҙары хаҡында) бер-бер артлылыҡ һәм логика юҡ. Бер яҡтан, улар 11 июндә, БР Хөкүмәте чиновниктары инициативаһы буйынса, Йәштәр ҡоролтайының эш органдарынан “Күк бүре” һәм “Туған тел” ойошмаларының төшөрөлөп ҡалдырылыуҙарына риза булыуҙарын белдерәләр. Йәнәһе, Әхмәтшин, Лоҡманов һәм Йәнәкәев был ойошмаларға тәңҡитле мәҡәләләрен өсөн үс итте. Икенсенән, һанап үтелгән лидерҙар Интернетта, аноним рәүештә, Аҡ йорттоң ҡыҫылышы хаҡында йәшерергә теләп, А. Сәлмәнов менән Т. Мохтаров исемдәре 27 майҙа уҡ Йәштәр советының беренсе ҡарары буйынса төшөрөлөп ҡалыуы хаҡында яҙалар.
Тимәк, 27 майҙағы йыйылышта башҡорт йәштәре активистары бер-береһен кире ҡағыусы ҡарар сығарғандар булып сыға һәм уларҙың ҡайһыныһын тормошҡа ашырыу тураһында улар ҡоролтай алдында БР Хөкүмәте чиновниктарынан ғына белеп ҡалалар. Был арҡаҙаштар араһында намыҫһыҙ ҡылыҡтарға бара алған, сәйәсәтте үҙ яғына ҡайырған кешеләр өсөн бик уңайлы.
Әммә бындай етәкселәрҙең үҙ тотоштары менән ББҠ Башҡарма комитеты эргәһендәге Йәштәр советы үҙенең тәғәйенләнешен – башҡорт йәштәренең бөтә ойошмаларын тиң хоҡуҡлы, ирекле һәм милли рух идеяһы нигеҙендә берләштереүен – тормошҡа ашыра алмаясаҡ. Бик йәл. Бөгөнгө башҡорт йәштәре лидерҙары үҙ яғына халыҡты әйҙәр өсөн ҡыйыу, үҙ аллы, ғәҙел, ә иң мөһиме – бер-береһенә ҡарата намыҫлы булырға тейеш.
Башкорттар.ру
Отправить комментарий