Халыҡ иҫәбен алыу уңышлы үтһен өсөн стәрлебаштар уға бөтә төп көстө йәлеп иткән. «Стәрлебаш шишмәләре» гәзитендә был хаҡта яңылыҡтар һәм мәҡәләләр сығып тора. Йәй «Орленок» балалар һауыҡтырыу лагерында күркәм кисәнең ойошторолоуын ишетеп ҡыуандыҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, йән иҫәбен алыуҙың маҡсаттары һәм бурыстары киң йәмәғәтселеккә тулыһынса еткерелеп тора.
Тик мине, башҡорт ауылында ғүмер итеүсе ябай ҡатынды, бына нәмә борсоуға һала. Башҡорт ирҙәренең моңһоҙлоғона һәм бошмаҫлығына нисек түҙмәк кәрәк!? Бүтән яҡтарҙағы шикелле, беҙҙә лә ҡатнаш ғаиләләр бихисап. Кәләштәре татар милләтенән булғандар бигерәк күп.
Көслө зат – мал табыусы, донъя бөтәйтеүсе. Тырыш һәм уңғанлыҡтары һоҡландыра, әлбиттә. Ә рухи теҙгенде бындай ғаиләләрҙә ҡатын-ҡыҙ ҡулына алған. Бала-сағаны тәрбиәләү, ата-әсәләр йыйылышына йөрөү, ваҡытлы матбуғаттың ниндәйенә яҙылыу һәм башҡа хәстәрлектәрҙең барыһы ла хужабикәләрҙең иңендә. Йәшерен-батырыны юҡ, ғәҙәттә, ҡатнаш ғаиләләрҙә бала әсәһенең туған телендә аралаша. Буй еткергәс, улар татар булып китә. Ирҙәр быға ваҡ мәсьәлә тип ҡарап, ныҡ яңылыша.
Халыҡ иҫәбен алыу – ифрат яуаплы эш. Ә башҡорт ғаиләләрендә ошо бурысты борон-борондан тик ир-ат башҡарған. Яҙғандарымды уҡып, үҙ ғаиләһендә донъя тотҡаһы һаналған башҡорт ирҙәре әҙ генә булһа ла уйланһын ине.
Уянығыҙ, башҡорт ирҙәре! «Ана, ҡатынға әйтегеҙ, ҡағыҙ эштәре менән ул шөғөлләнә», – тип ҡул һелтәп ҡуймағыҙ.
Маһинур ХӨБӨТДИНОВА, “Башкортостан”, 2 октябрь
ахмак язма. газеты кебек үк
Точно! Башкортны шул кадэр мескен итеп саный автор. Чынлап та шулайдыр хатын сузеннэн ерак киталмагач…
Бу стаьяны укый башладым да кунелем бутала башлады,бичара башкорт.
Рахмат,Карим абый,анекдот кирякми!Бу статьянын дэуаме булырга тиеш-ботен башкорт ирзэрне Кытайга командировкага жибарерга киряк, туган якларына-андагы булган опыт белян алмашсыннар-кытайлар 1млрд200млн!Кытай хатыннары белян яшэп, караштырып, гаиля короп карасыннар,населе да артыр,ялкаулыгы да бетяр.Лякин шуннан сон, бер утыз елдан, шул башкортнын езе да калмас…иншАЛЛА.
Бу статьяны укыдык гаилэбез белян.))) Бик кызык булды безгэ,мин узем Стэрлебаш ягында Ашкадар жылгасы ягынан.Фотографиясы бик кызык, кайсы яктан икэн?Андый ойлэр чуваш авылларында гына бар,тик анда бер кемлэрдэ йэшэми,чонки кырларында матур салынган яны ойлэр.
Маһинур Хөббөтдинова бик дөрес язган. Бөтен башкортлар татарга әйләнеп бетте тәмле телләре белән арбап кияүгә чыгалар да, соңыннан «Юашкорт» бит ул дип көләләр. Үзем күп ишеттем андыйларны. Юкка гауга күтәрәсез Кәрим Яушев.