БР Президенты Рөстәм Хәмитов халыҡ иҫәбен алыуға бәйле үҙ фекерен әйтте: сараға сәйәси әһәмиәт бирергә ярамай. Республика башлығы был турала 29 сентябрҙә БР Хөкүмәтендә үткән видеоселектор кәңәшмәһендә белдерҙе.
Президент һүҙҙәренсә, республикала иҫәп алыуға ҡағылышлы мәсьәләләр менән бәйле хәлде өйрәнмәй тороп, беҙгә артабан алға барыуы ауыр буласаҡ. “Иң мөһиме, халыҡ иҫәбен алыу ойошҡан рәүештә, һөҙөмтәле үтһен. Ул – техник процедура, статистик сара, шуға ла уға тыныс ҡарауҙы һорайым”, – тине Рөстәм Зәки улы.
Шуныһы барыбыҙға ла билдәле: халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына әҙерлек мәлендә күп милләтле төбәктәр, ғәҙәттә, сәйәси уйындар майҙанына әүерелеп китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быны үҙ республикабыҙ миҫалында асыҡ күрәбеҙ. Бер милләтте кәметеү иҫәбенә икенсеһенең һанын арттырырға тырышыусыларҙың эшмәкәрлеге йыш ҡына үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең ҡатмарлашыуына килтерә. Әлбиттә, ундай тетрәнеүҙәр беҙгә кәрәкмәй.
Бөтә донъя татарҙары конгресы ҡанаты аҫтындағы йәмәғәт ойошмалары халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлеккә бик ҙур әһәмиәт бирә. Тик уларҙың маҡсаты кампанияның тыныс һәм ғәҙел үтеүен тәьмин итеү түгел, ә төрлө юлдар менән татар халҡының һанын арттырыу. Бер ниндәй аҙымдан да тартынмайҙар: ғалимдарҙы, журналистарҙы, артистарҙы, хатта дин әһелдәрен махсус миссия менән илдең төрлө төбәктәренә оҙаталар; был кешеләр үҙ сиратында Интернет сайттары, гәзит-журналдар, китаптар, сәхнә һәм вәғәздәр аша халыҡты татар булырға өгөтләй.
Көтөгөҙ, һеҙгә лә киләсәк улар. Һуңғы осорҙа республиканың һәр мәҙәниәт учреждениеһында тиерлек татар эстрадаһы “йондоҙ”ҙарының концерттары бара, Татарстан театрҙарының, сәнғәт оҫталарының гастролдәре көтөлә. Почта йәшниктәренә татарса сыҡҡан бушлай гәзиттәр төшөп ята башланы ла инде.
Шул уҡ ваҡытта башҡорт йәмәғәт ойошмаларының боҫоп ҡалыуын билдәләмәй булмай. Әлбиттә, улар халыҡ иҫәбен алыуҙың тыныс һәм ғәҙел үтеүен, милләттәр араһында татыулыҡ дауам итеүен теләйҙер, әммә үҙ республикабыҙ эсендә булһа ла аңлатыу эштәре алып барыуҙан, халыҡты дәртләндереү саралары күреүҙән, кампанияла дәррәү ҡатнашырға саҡырыуҙан зыян юҡтыр бит.
Кампания барған осорҙа барыһына ла әҙер булырға кәрәк: кемделер алдауҙары, бәғзеләргә янауҙары, провокациялар, ҡайһы берәүҙәрҙе төрлө вәғәҙәләр менән күндереүҙәре ихтимал. Шуны аңлағыҙ: иң ҙур файҙаны халыҡ иҫәбен алыуҙың ғәҙел үтеүе генә бирәсәк.
Я. УСМАНОВ, «Башкортостан», 1октябрь
Карим абзый нига башкорт теленда статья куясын ,кем укый аны.
Ни өчен куям? Кешеләр башкорт пропагандасының «үзенчәлекләрен» күрсеннәр өчен. Бу мәкаләдә Казандагы БТК татарларны саклау өчен зур эшләр эшли дип укучыларын куркыталар. Берәрегезнең Казаннарның җанисәп мәсьәләсендә Башкортстан татарына нинди дә булса ярдәм иткәнен күргәнегез-сизгәнегез бармы? Минем дә юк.
Шуңа карамастан, башкорт түрәләренең, Башкортстандагы мәгълүмат чараларының татарларны башкортлаштыру өчен көчле пропаганда алып баруларын аклар өчен, хөкүмәт гәзитендә турыдын-туры алдашу бара. «Башкортстан» гәзитен кулына да алмаучылар хөкүмәт гәзитендә андый алдашу оештырылганлыгын белмәүләре дә бар. Ә монда кереп укыгач — беләләр, нәтиҗә ясыйлар.
Как всегда в башкирских газетах «Башкиры мирные люди а татары воинственные». А как же утверждение башкир есть воин
Карап-карап торам да, ислэрем китэ:»Башкортостан» гэзите тулаем карагрухчы гэзиткэ эверелгэн бит, егетлэр! Килэчэктэ ничек акланыр да, оятын кая куяр?! Куптэн тугел генэ татар жэмэгэтчелеге жыеныннан доня йозенэ йэмсез нэрсэ чыгарган иде, хэзер бу, Усманов мэкалэсе белэн доняны агулый. Э донья бер кыекка китсэ, шулай була инде. Ул вакыт Президентка да шомлы сузлэр эйтергэ кала. Аннары андый сузлэр кочэя барырга тиеш, шом, билгеле, зурая барырга тиеш булып чыга. Шулай бозыла бара донялар. Болай да дошманлык чиктэн ашкан иде, хэзер тагын хэм хаман артырга тиеш булып чыга. Мэскэу Кремле очен, бэлки шулай кирэктер дэ, э без бит, башкырт гражданнары, бергэ йэшэргэ тиешбез. Дошманлык шартларында ничек йэшэрбез сон?!
бер 200 мен сум акча бирсэгез мин дэ башкурд булам кемнэн алырга?