Хәдис: “Берәү, хаклыкны кире кагып, бер залимның ялганына ярдәм итсә, Аллаһ Тәгалә һәм аның рәсүле зиммәте аңардан бизгән булыр”
Мәкаль: “Кем дә кем халкын хурлаганны дус тотса, ул үзе хур булыр”
* * *
Башкортстан башлыгы булып Мортаза Рәхимов утырган 20 ел дәверендә хакимият дилбегәсен кулында тоткан башкорт элитасы шактый катлаулы үзгәрешләр кичерде. Иң мөһиме – алар республика җирлегендә ни телибез, шуны кыла алабыз дигән тезисны корал итеп алдылар. Икътисади күрсәткечләр, республика бюджеты, республикадагы “башкортлар” саны, хәтта тарих – барысы да, теләсә ничек үзгәртелә, үзләренә кирәк якка борылдырыла башлады.
Быел көз үтәчәк җанисәпкә дә бу көчләр: “Ничек телибез –шулай эшлибез”, дигән байрак астында баралар. Инде алдан ук Башкортстанда татарларның саны янә 600 меңгә кимиячәген игълан иттеләр. Урысларда: “Аппетит приходит во время еды”, — дигән әйтем бар. Үзләрен көчле дип кенә түгел, республика кысаларында чиксез кодрәтле итеп тоючы бу көчләргә татар исәбенә саннарын арттыру гына җитми икән, Икенче Бөтендөнья сугышы кырларында батырлык күрсәтеп Советлар Союзы каһарманнары исемен алучылары да кирәк була башлаган. Исән чакларында үзләрен горур рәвештә “татар” дип йөргәннәр бүген инде гүрдәләр һәм милләтләрен алыштырырга маташучыларга үзләре җавап бирә алмый. Аларны яклау – исәннәрнең бурычы.
Сезнең игътибарга yeshlek.ru башкорт сайтындагы бер материалны тәкъдим итәбез.
Кәрим Яушев
*************************************************************************
Батырҙары күп халыҡ — ырыҫлы!
Бөйөк Ватан һуғышында яулап алған Бөйөк Еңеүҙе йыл да билдәләү, йылдан-йыл әҙәйә барған ҡаһарман ветерандарҙы, айырыуса һуғышта батырлыҡ күрһәтеп, Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған яугирҙәрҙе тәбрикләү, ҡотлау, яу ҡырында һәләк булғандарҙы иҫкә алыу изге йолаға әйләнде.
Еңеү көнө алдынан гәзит һәм журнал биттәрендә тарихсылар һәм тарих менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың, шулай уҡ журналистарҙың мәҡәләләре йыш донъя күрә, айырыуса, түңәрәк даталарҙы билдәләгәндә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәҡәләләрҙә тикшерелмәгән, тарихи дөрөҫлөккә тап килмәгән мәғлүмәттәр, һандар етерлек. Мәҫәлән, Башҡортостандан һуғышҡа алынған кешеләр һаны; Башҡортостанда ойошторолоп, тулыһынса йыһазландырылып фронтҡа оҙатылған хәрби частар; Башҡортостан халҡының яугирҙәргә, фронтҡа ярҙамы тураһында һүҙ барғанда, һуғыш өсөн ҡорал етештереүсе заводтар; айырыуса батырлыҡ күрһәтеп, Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған кешеләрҙең һаны, уларҙың милли составы; Дан орденының тулы кавалерҙары һәм башҡалар.
Төп ғәйеп бында, әлбиттә, тарихсыларҙа. Тәү сиратта улар, бер-береһенән күрмәксе, үҙ хеҙмәттәрендә тикшерелмәгән һандарҙы, мәғлүмәттәрҙе миҫал итеп килтереп, журналистарҙың, ябай гәзит һәм журнал уҡыусыларҙың баштарын бутай. Миҫал өсөн Бөйөк Ватан һуғышында Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған яугирҙәрҙе алайыҡ. Кешенең Башҡортостандан сығып Герой булып китеүен тарихи белешмәләрҙе төҙөүселәр ике принциптан сығып билдәләй. Беренсенән, уның ошонда тыуып үҫеүе тәүшарт. Икенсенән, ул кеше Башҡортостанда тыуып үҫмәһә лә, фронтҡа ошонан алынған булырға тейеш. Ләкин бөтә тарихсылар ҙа икенсе принципты танымай, уны урынһыҙ тип таба. Буталсыҡ төрлө һандар шунан килеп сыға ла инде.
Хәҙер геройҙарҙың һанына күҙ һалайыҡ. “Советская Башкирия” тигән тарихи очерктарҙа “Башҡортостандан сыҡҡан 190 яугиргә Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән” тип яҙылған. “Очерки по истории Башкирской АССР” тип аталған китапта “Башҡортостандан 247 кеше Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған” тип әйтелгән. “Очерки истории Башкирской организации КПСС” исемле хеҙмәттә “Башҡортостандан 250 кеше Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған” тигән яҙыу бар. “История Башкортостана с древнейших времен до наших дней” тигән ғилми хеҙмәттең 2-се томында “Башҡортостандан 278 кеше Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды” тип әйтелгән. “Подвиги их — бессмертны” белешмәһендә “Башҡортостандан 279 кеше Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған” тип әйтелгән. “Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия”ны асып ҡарайыҡ. Унда “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостанда тыуған йәки фронтҡа республиканан алынғандар араһынан 261 кеше Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған” тип күрһәтелгән.
Журналистар, Бөйөк Ватан һуғышы тарихы менән ҡыҙыҡһыныусы бүтән кешеләр кемгә, ҡайһы баҫмала килтерелгән һанға ышанырға тейеш? Ҡайһы бер тарихсылар төрлө йылдарҙа яҙылған хеҙмәттәрендә Советтар Союзы Геройҙары тураһында төрлө һандарҙы атай. Мәҫәлән, Т.Х. Әхмәҙиев “Бөйөк Ватан һуғышында Башҡортостандан 250 кеше Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған”, тип яҙған, икенсе мәҡәләһендә — 228, өсөнсөһөндә — 277, дүртенсеһендә 278 кеше герой исеменә лайыҡ булған. Дөрөҫлөк ҡайҙа?
Бөйөк Ватан һуғышында Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған башҡорттарҙың һаны буйынса ла шул уҡ хәл күҙәтелә. Башҡортостандан һуғышта Герой исеменә лайыҡ булған кешеләрҙең тәүге исемлеген 1960 йылда КПСС өлкә комитеты архивының ғилми хеҙмәткәре З.П. Тютева төҙөгән. Унда Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған 32 башҡорт теркәлгән. Алда телгә алынған “Славные сыны Башкирии” тигән китаптарҙа 48 башҡорт тураһында һүҙ бара. Тарихсы Т.Ш. Саяпов 1985 йылда нәшер ителгән хеҙмәтендә (“Все для фронта, все для победы”) Башҡортостандан 228 яугир Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған, ти. Шулар араһында 160 урыҫ, 47 башҡорт, 28 татар тип яҙып ҡалдырған. “Подвиги их — бессмертны” тип аталған белешмәлә һүҙ Герой исеменә лайыҡ булған 48 башҡорт тураһында бара. “Великая Отечественная война. 1941 — 1945” тип аталған энциклопедияла “Һуғыш йылдарында 39 башҡорт Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған” тиелгән. 2006 йылда “Башҡортостан энциклопедияһы”ның икенсе томы донъя күрҙе. Унда “Советтар Союзы Геройҙары араһында 41 башҡорт бар” тигән яҙыуҙы күрҙем. Шулай итеп, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған башҡорттарҙың һаны 32-нән 48-гә ҡәҙәр артҡан. Ләкин күрһәтелгән һандарҙың береһе лә тарихи дөрөҫлөккә тап килмәй.
Дөрөҫ булмаған һандарҙы, мәғлүмәттәрҙе дөрөҫләү маҡсатында айырым бер тикшеренеү эшен алып барҙым. Герой исемен алған яугирҙәр — башҡорттар менән айырыуса ҡыҙыҡһындым, уларҙың биографиялары менән таныштым, тарихи әҙәбиәттә, белешмәләрҙәге мәғлүмәттәрҙе ентекләп өйрәндем, архив документтарына мөрәжәғәт иттем.
Эш барышында көтөлмәгән бер нәмә күҙгә ташланды. “Славные сыны Башкирии” китабының һәм “Подвиги их — бессмертны” тигән белешмәнең ҡайһы бер авторҙары әҙәбиәттәге мәғлүмәттәргә иғтибар итмәй, архив документтарын йүнләй белмәй тороп, теге йәки был ауыл халҡының этнографияһын, ауылдың тарихын иғтибарҙан ситтә ҡалдыра йә белмәмешкә һалышып, тик 1987 һәм 1988 йылдарҙа Мәскәүҙә нәшер ителгән “Герои Советского Союза” тигән һүҙлеккә генә таянып эш итә. Күптәр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған башҡорттарҙың һанын кәметеп күрһәтергә тырыша, ҡайһы бер башҡортто милләте буйынса татарға әйләндерә. Шулар араһында, мәҫәлән, Әнүәр Абдуллин, Нурулла Сафин, Садиҡ Сайранов, Мәхүбә Сыртланова, Вахит Ғәлимов, Сәлимйән Ғәлимйәнов, Мәғсүм Имаметдинов менән Ғәйнанша Хәйҙәршин һәм башҡалар бар.
“Славные сыны Башкирии” тигән очерктарҙың беренсе китабында Ғ. Әмири Әнүәр Абдуллинды, бер ниндәй дәлил килтермәйенсә, милләте буйынса татар тип яҙып ҡуйыуы аптыратты. Һуңынан был фекер “Герои Советского Союза” тигән белешмә һүҙлеккә лә күскән. Атап үткән һүҙлекте ышаныслы сығанаҡ тип әйтеп булмай, сөнки ул республикаларҙан, өлкәләрҙән килгән мәғлүмәттәргә таянып ҡына төҙөлгән.
Әнүәр Абдуллиндың тыуған ауылы тарихына бер аҙ күҙ һалайыҡ. Ул 1917 йылда Илеш районы Иҫке Дөмәй ауылында донъяға килгән. Ул башҡорттарҙың бик боронғо ауылдары иҫәбенә керә. Ауылға 1666 йылда, йәғни 344 йыл элек, ҡыр-йылан ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған. Профессор Әнүәр Әсфәндиәров үҙенең “История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий” тип аталған тос хеҙмәтендә ауылдың исемен 1704 – 1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалының күренекле етәксеһе Ҡыр-йылан улысы старшинаһы Дөмәй Ишкәев менән бәйләй. Профессор Азат Камалов үҙенең “Атайсал” китабында бөгөн дә Иҫке Дөмәй ауылында башҡорттар ғына йәшәй тип яҙа. Был дөрөҫ.
“Подвиги их — бессмертны” исемле белешмәлә Асҡын районы Иҫке Ҡаҙансы ауылында тыуған һәм 22 йәшендә Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған Нурулла Дәүләтгәрәй улы Сафин милләте буйынса татар тип яҙылған. Уның милләтен билдәләгән билдәһеҙ автор ике нигеҙһеҙ мәғлүмәткә таянған. Беренсенән, 1968 йылда нәшер ителгән “Славные сыны Башкирии” тип аталған очерктар йыйынтыҡтарының өсөнсө китабында баҫылған (159-сы бит) һәм журналист Ф. Калядин тарафынан яҙылған очеркка таянған. Икенсенән, автор КПСС-тың Асҡын район комитеты секретары М. Ғәлләмшиндең 1979 йылдың 30 ноябрендә өлкә комитетҡа тапшырған белешмәһен нигеҙ итеп алған. Архивта һаҡланған был белешмәлә нигеҙһеҙ рәүештә милләте буйынса Н.Д. Сафин татар тип яҙылған, Герой был ваҡытта күптән Өфөлә йәшәгән була.
Геройҙың тыуған ауылы менән танышайыҡ. Ҡаҙансы ауылы — бик боронғо башҡорт ауылдарының береһе. Уға танып ҡәбиләһе составына кергән Ҡаҙансы ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған. Был ауыл быуаттар буйына ырыуҙың төп ултыраҡ ауылы булған. ХVIII быуат башында ауылдан Яңы Ҡаҙансы ауылы бүленеп сыҡҡас, Ҡаҙансы Иҫке Ҡаҙансы тип атала башлаған. Ҡаҙансы ырыуы башҡорттары Асҡын районы территорияһында атап үткән ауылдарҙан башҡа тағы алты ауылға нигеҙ һалған: Иҫке Мутабаш һәм Яңы Мутабаш, Мутаййылға, Олокүл, Ҡышлауйылға һәм Әләйгеш. Башҡа башҡорт ауылдарына балыҡсы ҡәбиләһе башҡорттары нигеҙ һалған: Барғаҡ, Билгеш, Гөмбә, Иҫке Күскилде һәм Яңы Күскилде, Кәмәшәҙе, Ҡашҡа, Солтанай, Сураш, Яңы Һөйөш, Ташлыкүл, Урмияз һәм башҡалар. Профессор Әнүәр Әсфәндиәров атап үткән ауылдарҙы, архив материалдарына таянып, төп башҡорт ауылдары икәнен иҫбатлай. Профессор Азат Камалов та телгә алған ауылдарҙы төп башҡорт ауылдары булыуын дәлилләй.
Нурулла Сафиндың башҡорт булыуын ижтимағи ойошмаларының Үҙәк дәүләт архивында һаҡланған документтар раҫлай. Алда әйтеп китеүебеҙсә, Герой оҙаҡ йылдар Өфөлә Бәхтегәрәй урамындағы бер өйҙә йәшәгән һәм эшләгән, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының Өфө ҡала Советы ағзаһы булған. КПСС-тың Өфө ҡала комитетының өлкә комитетына тапшырған белешмәлә Нурулла Сафин милләте буйынса башҡорт тип яҙылған. Ул Геройҙарҙың үҙҙәре тултырған анкеталарға таянып яҙылған.
“Подвиги их — бессмертны” тигән белешмәлә Мәләүез районының Һыртлан ауылында тыуған Советтар Союзы Геройы Садиҡ Уйылдан улы Сайрановты билдәһеҙ автор милләте буйынса татарға әйләндергән. Был да ялған. Һыртлан — боронғо башҡорт ауылы. Архив документтарына таянып, профессор Әнүәр Әсфәндиәров Һыртланды башҡорт ауылы тип яҙған. “Славные сыны Башкирии” йыйынтығының икенсе китабында Агиш Ғирфанов Садиҡ Сайрановты милләте буйынса башҡорт тип яҙып ҡалдырған. Атап үткән архивтың дүрт документында ла Садиҡ Сайранов милләте буйынса башҡорт булып йөрөй.
Бәләбәй ҡалаһында тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройы М.Х. Сыртланова ла “Подвиги их — бессмертны” тип аталған белешмәлә милләте буйынса татар тип яҙылған. Был да дөрөҫ түгел. Етмәһә билдәһеҙ автор геройҙың исемен “Магуба Гуссейновна” тип яҙып ҡуйған. Уның ысын исеме Мәхүбә Хөсәйен ҡыҙы. Мәхүбә тигән һүҙ “бүләк”, “һөйкөмлө ҡыҙ” тигәнде аңлата.
Башҡорт сәхнәһенең йондоҙо, Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Сыртланов та нәҫелле дворян булған. Уның ысын исеме Рим түгел, ә Рәхмәтйән. Күренекле ғалимыбыҙ академик Алпир Сыртланов та нәҫелле дворян. Мәхүбәнән башҡа бөтә Сыртлановтар ҙа Бүздәк районы Һыртлан ауылында тыуып үҫкән, шул иҫәптән Советтар Союзы Геройы Муллайәр Исламгәрәй улы Сыртланов та. Һыртлан һүҙе “сүл бүреһе” тигәнде аңлата. Һыртлан ауылы Сыртлановтарҙың төп төйәге, йәлдәк ырыуының төп ултыраҡ ауылы булған. Шулай итеп, Мәхүбә Сыртланова милләте буйынса башҡорт булыуына һис кенә лә шик юҡ.
“Подвиги их — бессмертны” тигән белешмәлә Советтар Союзы Геройы Мәғсүм Имаметдин улы Имаметдиновты һәм уның яҡташын Ғәйнанша Хәйҙәршинде билдәһеҙ автор милләте буйынса татар тип исемлеккә индергән. Был да хата. Буталсыҡ КПСС-тың Яңауыл райкомы КПСС өлкә комитетына тапшырған белешмәлә Имаметдиновты ла, Хәйҙәршинде лә милләте буйынса татар тип яҙғандар. Ләкин архив документтары буйынса ул башҡорт. Уның башҡортлоғон этнографик мәғлүмәттәр ҙә иҫбатлай. Мәғсүм Имаметдинов Яңауыл районы Ҡыҙыл Яр ауылында донъяға килгән. Был ауылға гәрәй ҡәбиләһе составына кергән урман-гәрәй ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған. Бүтән башҡорт ауылдарына уран ҡәбиләһе башҡорттары тәүләп аяҡ баҫҡан. Ғәйнанша Хәйҙәршингә килгәндә, ул шул уҡ райондың Байғужа ауылында тыуып үҫкән. Бынан тыш Геройҙың анкетаһына таянып, журналист М. Аленченко “Славные сыны Башкирии” йыйынтығында Г. Хәйҙәршинде милләте буйынса башҡорт тип яҙып ҡалдырған.
Бына шулай төрлө сығанаҡтарға, төрлө мәғлүмәттәргә таянып Башҡортостанда тыуған Геройҙың милләтен асыҡлап була. Бынан тыш, башҡа өлкәләрҙә йәшәгән дүрт башҡорт Бөйөк Ватан һуғышында Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. Силәбе өлкәһенән Ғаяз Баймырҙин, Ғәзиз Мырҙағәлимов һәм Барый Солтанов, Новосибирск өлкәһенән Мөхәмәт Әхмәтов.
Ғаяз Исламетдин улы Баймырҙин 1913 йылдың 1 ғинуарында Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Ғәлекәй ауылында тыуған. Һуғышта дүртенсе гвардия авиация дивизияһында эскадрилья командиры булып хеҙмәт иткән, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 240 осош яһаған. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1944 йылдың 5 ноябрендә гвардия майоры Ғаяз Баймырҙинға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Һуғыштан һуң подполковник Ғ. Баймырҙин һынаусы-летчик булып хеҙмәт иткән. Яңы самолетты һынап ҡарағанда 1948 йылдың 8 майында һәләкәткә осрай.
Ғәзиз Ғәбиҙулла улы Мырҙағәлимов Арғаяш районының Наҡай ауылында 1923 йылдың 15 август айында тыуған. Фронтҡа 1942 йылдың май айында алынған һәм танкыларға ҡаршы торған артиллерия полкында хеҙмәт иткән, дошмандың танкыларын аяуһыҙ ҡыйратҡан, яндырған. Айырыуса 1943 йылдың 17 авгусында Харьков өлкәһенең Полевая ҡасабаһы эргәһендә барған ҡаты алышта һәм шул уҡ йылдың 2 октябрендә Днепропетровск өлкәһенең Мишурин Рог ауылы эргәһендә барған алышта батырлыҡ күрһәткәне өсөн 1944 йылдың 22 февралендә 20 генә йәшендә Ғәзиз Мырҙағәлимов Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. Еңеү көнөн батыр Берлинда ҡаршылаған.
Барый Муллағәлим улы Солтанов тураһында мәғлүмәттәр бик аҙ. Ул Арғаяш районының Хәмит ауылында 1907 йылда донъяға килгән. Колхозда бригадир, аҙаҡтан колхоз рәйесе булып эшләгән. Фронтҡа 1941 йылдың октябрендә алынған. Пулеметсылар мәктәбен тамамлаған, һуғышта пулеметсылар төркөмө командиры булған. 1945 йылдың ғинуарында сираттағы алышта һәләк булған. Советтар Союзы Геройы исеме уға үлгәндән һуң, 1945 йылдың 24 мартында бирелә.
Мөхәмәт Владимир (бәлки, Ваһап, Вәлинур, Вәлит, Вәлиулла) улы Әхмәтов Новосибирск өлкәһе Куйинск районының Васильково ауылында 1925 йылдың 24 апрелендә тыуған. Һуғышта ул 60-сы армияның 75-се уҡсылар дивизияһында хеҙмәт иткән, дошманды аяуһыҙ ҡырған, Киев өлкәһенең Глебовка ауылы эргәһендәге барған бер ҡаты алышта ғына 37 дошманды юҡ иткән. Батырлыҡ күрһәткәне өсөн 1943 йылдың 17 октябрендә 18 йәшендә генә Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған.
Гәзит уҡыусыларға Бөйөк Ватан һуғышында батырлыҡ күрһәтеп, Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған башҡорттарҙың исемлеген тәҡдим итәм. Теҙмә беренсе мәртәбә нәшер ителә. Дүрт яугир сит өлкәнән, бүтәндәре — Башҡортостандан.
1. Абдуллин Мансур Һиҙиәт улы
2. Абдуллин Әнүәр Абдулла улы
3. Аҡтуғанов Мәхмүт Сафа улы
4. Аскин Ғәйфетдин Ғәфиәт улы
5. Баймырҙин Ғаяз Исламетдин улы
(Силәбе өлкәһе)
6. Бикеев Солтан Хәмит улы
7. Биктимеров Сәлмән Ғәлиәхмәт улы
8. Бирҙин Ғәли Иркәбай улы
9. Булатов Хоҙат Сәлимйән улы
10. Бәҙретдинов Миңнулла Бәҙретдин улы
11. Гәрәев Муса Ғайса улы
12. Ғайсин Хәсән Нәзир улы
13. Ғиләжитдинов Тажитдин Баһауетдин улы
14. Ғөбәйҙуллин Миңлеғәле Хәбибулла улы
15. Ғәбдрәшитов Фәзулла Ғабдулла улы
16. Ғәҙелшин Хәмит Ғабдулла улы
17. Ғәйфуллин Абдрахман Зәйнулла улы
18. Ғәлимйәнов Сәлимйән Ғәлимйән улы
19. Ғәлимов Вахит Ғәзиз улы
20. Ғәтиәтуллин Шакирйән Йосоп улы
21. Дәүләтов Ғәбдерәүеф Әбделғәни улы
22. Закиров Әхмәт Закир улы
23. Имаметдинов Мәғсүт Имаметдин улы
24. Ишҡолов Ғәтиәт Абдулла улы
25. Кусимов Таһир Тайып улы
26. Ҡужаҡов Морат Ғәлләм улы
27. Латипов Ҡотдос Ҡәниф улы
28. Миңлебаев Ғүмәр Хазинур улы
29. Миңлеғолов Тафтизан Таһир улы
30. Миңләхмәтов Нурлы Миңләхмәт улы
31. Мөстәҡимов Зәйнулла Мөстәҡим улы
32. Мөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улы
(Александр Матросов)
33. Мырҙағәлимов Ғәзиз Ғәбиҙулла улы
(Силәбе өлкәһе)
34. Мәжитов Ғәли Әхмәт улы
35. Сайранов Садиҡ Уйылдан улы
36. Сафин Нурулла Дәүләтгәрәй улы
37. Солтанов Барый Муллағәлим улы
(Силәбе)
38. Сөләймәнов Шәрифйән Сөләймән улы
39. Сөнәғәтуллин Йәүҙәт Ғүмерҙаҡ улы
40. Суфиянов Суфый Хажи улы
41. Сыртланов Муллаяр Исламгәрәй улы
42. Сыртланова Мәхүбә Хөсәйен ҡыҙы
43. Сәйетов Ғәбделхай Сәйет улы
44. Үтәғолов Зөбәй Төхвәт улы
45. Фәтҡуллин Әнүәр Әсәҙулла улы
46. Фәхретдинов Миргәй Әхмәй улы
47. Халиҡов Тимербулат Ғәләүетдин улы
48. Хәйбуллин Ҡотләхмәт Ҡотлоғәлләм улы
49. Хәйҙәров Әмирйән Сөләймән улы
50. Хәйдәршин Ғәйнанша Хәйдәрша улы
51. Хәсәнов Сафа Хужабай улы
52. Шәйхетдинов Ғимай Фәсхетдин улы
53. Шәмғолов Фәттәх Ғәфүрйән улы
54. Әминев Миңлетдин Ғилметдин улы
55. Әхмәтғәлин Хәкимйән Рәхимйән улы
56. Әхмәров Ғәбит Абдулла улы
57. Әхмәтов Абдулла Шәңгәрәй улы
58. Әхмәтов Мөхәмәт Владимирович
(Новосибирск өлкәһе)
59. ӘхмәтшинҠәйүм Хәбибрахман улы
60. Әхтәмов Хәсән Бәғҙи улы
61. Ямалетдинов Шаһый Ямалетдин улы
Килтерелгән исемлекте тулы тип әйтеп булмай. Киләсәктә эҙләнеүҙәр, геройҙарҙың милләтен асыҡлау барышында Бөйөк Ватан һуғышында Герой исеменә лайыҡ булған башҡорттарҙың һаны артыуы ихтимал. Ләкин исемлектә килтерелгән һандың тарихи дөрөҫлөккә яҡын булыуына шигем юҡ. Батырҙарыбыҙ араһында ике генерал, дүрт полковник бар, күбеһе йәшләй генә Герой исеменә лайыҡ булған. Батырҙарыбыҙҙың һаны йылдан-йыл кәмей.
Боронғолар батыр халыҡтың батырҙары күп тип юҡҡа ғына әйтмәгән. Ләкин уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү өсөн нимә эшләнә? Баш ҡалала генерал Таһир Кусимов исемендәге, генерал Ҡотдос Латипов исемендәге урам бармы? Юҡ. Маршал Жуков исемендәге урам бар. Батырҙарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштереү тураһында уйларға ваҡыт күптән еткән.
Әхмәтгәрәй ЙӘНҒӘЛИН,
тарих фәндәре кандидаты.
залим халкка ялганнарга ярдам итеусе демидов кушаматы менан эшлай яуш.
Кайчан бу башкорт татарны талаудан туктар икән? Язучыларыбызны гына тугел, инде хәзер геройларыбызны үзенеке итмәкче булалар… ничек тә өскә үрмәләргә тырыша бу халык.
роза маладис,натояший татарка-суз бирма,калганны бир.